Мәҫәлән, үткән йылда төбәгебеҙҙә 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ йорт төҙөлөп, рекорд ҡуйылған. 2024 йылда сафҡа индерелгән торлаҡ күләмен былтырғынан кәм булмаған кимәлдә һаҡлау планлаштыра. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡтан күсереү буйынса төбәк программаһын ваҡытынан алда тамамлаған төбәктәр иҫәбенә инде. Уны тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуларҙың 1,4 миллиарды – федераль аҡса. 2019 йылдан авария хәлендәге торлаҡтан 9 меңгә яҡын кеше күсерелгән.
— Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Унда ҡатнашыусыларға республика ҡаҙнаһынан, айлыҡ тупланма иғәнәләр суммаһына ҡарап, 30 процент күләмдә адреслы дәүләт субсидияһы өҫтәлә. Программа башланғандан алып 5624 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Әлеге ваҡытта 3276 аҡса тупланмаһы ғәмәлдә, ҡатнашыусыларҙың иҫәбендәге аҡса күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Беҙҙең программа федераль кимәлдә лә юғары баһаланды. Ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре һәм инициативалары Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы булды. Республикабыҙ тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә өйрәнә, - тине Радий Фәрит улы.
Марат Хөснуллин торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы һөҙөмтәлелеген иҫбатланы, уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә таратырға кәрәк, тип белдерҙе.