Бөтә яңылыҡтар

Төбәктә башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе

Республика менән идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Төбәктә башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе
Төбәктә башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе

— Төбәктә башҡарылған эш өсөн рәхмәт. Республиканың юғары уңыштары бар. Бөтә мәсьәләләр буйынса «йәшел зонала» тораһығыҙ, был системалы көндәлек эшһеҙ мөмкин булмаҫ ине. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса айырым әйтергә теләйем. Былтыр Башҡортостан рекорд ҡуйҙы. Төҙөлөш бик сифатлы, архитектура үҙенә йәлеп итә, яңы йорттар ландшафтҡа бик һәйбәт тура килә. Өфөнөң үҙгәреүен күреү бик ҡыуаныслы, - тине Марат Хөснуллин. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: