Шулай уҡ уның менән бергә Донбасста Совет рәйесе Ринат Әбдрәшитов та була.
— Әгәр мөмкинлек булһа, халыҡтың еңел булмаған шарттарҙа йәшәгәнен күрһәтер өсөн бөтә район халҡы өсөн Донбассҡа сәйәхәт ойошторор инем, - тине ул.
Район хакимиәте башлығы бында сыҙамлы, сабыр, түҙемле кешеләр йәшәүен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Донбасста тормош үткән быуаттың 60-70-се йылдарында, совет осоронда, туҡталып ҡалған кеүек. Йорттар иҫке, инфраструктура ла тиҫтәләгән йылдар яңыртылмаган һәм Рәсәй составына ингәндән һуң ғына яңы төбәктәр төҙөкләндерелә башлай. Хәҙер бында яңы объекттар һәм йорттар барлыҡҡа килә, сифатлы асфальт юлдар төҙөлә.