Бөтә яңылыҡтар

Госпиталдә 15 яугир дауалана

 Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре һәм уның ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәткәрҙәре советы ағзалары академик Н.Н. Бурденко исемендәге төп хәрби госпиталдең 3-сө филиалында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республикабыҙ яугирҙары янында булды.

Госпиталдә 15 яугир дауалана
Госпиталдә 15 яугир дауалана

Әлеге ваҡытта бында Башҡортостандан 15 яугир дауалана. Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, республиканың төрлө райондарында тыуғандарға махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ ул госпиталь етәкселегенә яугирҙарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре һәм был осрашыуҙы ойошторғандары өсөн дә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыу ваҡытында яугирҙар үҙҙәренең хеҙмәте, хәрби уңыштары хаҡында һөйләне. Ришат Халиков менән госпиталь етәксеһе, полковник Сергей Попов госпиталдә ятҡан хәрбиҙәргә ярҙам саралары хаҡында фекер алышты. Ришат Халиков Мәскәүгә яугирҙарҙы күрергә килгән яралыларҙың туғандары өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса Башҡортостан вәкиллегендә номер фонды бүленеүен дә еткерҙе.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: