Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙ лимонад әҙерләйек

Йәй. Эҫе. Ныҡ һыуһата. Теләһә ниндәй магазин һуттары эскәнсе, үҙегеҙ лимонад әҙерләп эсегеҙ. Бының өсөн ике әфлисун менән бер лимонды төнгөлөккә туңдырғысҡа һалығыҙ. 

Үҙебеҙ лимонад әҙерләйек
Үҙебеҙ лимонад әҙерләйек

Лимонадты әҙерләр алдынан ярты сәғәт алда  уларҙы  сығарып, киҫәктәргә ҡырҡабыҙ.

Унан лимон менән әфлисундарҙы  ит турағыстан сығарабыҙ  йәки блендерҙа ваҡлайбыҙ.

Артабан уларҙы ҙур ғына кәстрүлгә һалып, 250 грамм шәкәр, 3 литр һыу ҡойоп, һәйбәт итеп болғатабыҙ ҙа, бер сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

Һыуытҡыстан сығарып, һөҙгәс, лимонадыбыҙ әҙер ҙә инде. Тәменә ҡарап, тағы шәкәр йәки лимон кислотаһы өҫтәргә була. Тәмле булһын!

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: