Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?

Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында был матур йола йәшәп килә.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?

— Ҡунаҡсыл шул беҙҙең ауыл халҡы! Ә йолалары һуң ниндәй!? <Килен сәйе> лә матур йолаларҙың береһе . Был бейем кешенең йәш киленде ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырыуы булып тора. Рәзилә лә ризығы һығылып торған табын әҙерләгән апһындары менән. Табындың иң түрендә Лилиә киленебеҙҙең ап - аҡ семәрле һандығы урын алған. Һәр беребеҙ килен яулығы, балалар бүләге алып ҡыуандыҡ, күстәнәстәрҙән, бауырһаҡтан ауыҙ иттек. Йәшлекте иҫкә алып, матур йырҙар йырлашып, күңелебеҙ булғансы бейеп таралыштыҡ. Йәштәрҙең ғүмерҙәрҙе бәхетле, бәхеттәре ғүмерле булһын, килендәр төшөп торһон! - тип хәбәр итәләр "Айыҡ ауыл - 2023 Оло Әбеш ауылы" төркөмө. 

Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?
Ә һеҙҙең яҡтарҙа "Килен сәйе" йолаһы һаҡланғанмы?
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: