Емеше тумала башлаған ваҡытта тиреҫ һәм азот ашламаһы һалырға, ә йәй уртаһында калий һәм фосфор булған ашламалар менән туҡландырырға. Шулай уҡ алмағастарҙы ҡоротҡостар ҙа йонсота. Ваҡ ҡарышлауыҡтары булған саҡта ла улар ҡойола.
Йәйге эҫе көндәрҙә дым етмәүҙән алмалар бөрөшөп, алмағастан өҙөлөп төшә. Вегетация осоронда алмағасҡа кәм тигәндә 1000 литр һыу кәрәк. Етерлек кимәлдә һыу ҡойһағыҙ, был проблема хәл ителер.