Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июль 2024, 08:00

Бесән мәле

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Бесән мәлеБесән мәле
Бесән мәле

Бесән мәле
(Элегия)
Бесән мәле. Йәйҙең хозур мәле.
Кипкән үлән еҫе һауала.
Был еҫ үтә таныш күңелемә,
Йәндәремә хатта дауа ла…
Бесән мәле етһә, күңел гелән
Ашҡына ла тора ауылға.
Малым булмаһа ла, эсем бошоп,
Күңел һыҙа бынау яуынға.
Бесән мәле алып ҡайта мине
Бакуй йыйған бала сағыма...

 

Таңһылыу Багаутдинова.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас