Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июль 2024, 03:49

Конкурс-фестивалдә ҡатнашығыҙ!

2024 йылдың 20 авгусына тиклем «Рәсәй халыҡтарының ғаилә һәм мәҙәни традициялары» бөтә Рәсәй конкурс-фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә.  

Конкурс-фестивалдә ҡатнашығыҙ!Конкурс-фестивалдә ҡатнашығыҙ!
Конкурс-фестивалдә ҡатнашығыҙ!

Конкурста 7 йәштән 22 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр, шулай уҡ ғаиләләр ҡатнаша ала. Ғаризаны күрһәтелгән һылтанма буйынса ебәрергә кәрәк: vk.cc/cyoUoj.


 Конкурс номинациялары:
— Бейеү
— Музыка
— Һөнәр
— Ғаилә тарихы
— Йәмәғәт проекты

 Ниндәй бүләктәр алырға мөмкин?
— сертификат һәм дипломдар;
— лазер проекторҙары;
— планшеттар;
— аҡыллы колонкалар;
— фотоаппараттар;
— ҡолаҡсындар;
— китаптар;
— тематик этномәҙәни әйберҙәр.

Конкурс-фестивалдең финалы 2024 йылдың 19 һәм 20 октябрендә Мәскәүҙә үтәсәк. Еңеүселәрҙе концерттағы сығыштар ваҡытында профессиональ жюри билдәләй. Унда шулай уҡ презентациялар, эштәр күргәҙмәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

 

 

Фото6 Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас