+2 °С
Болотло
Баҡса белгестәре был ваҡытта туҡландырыу бик мөһим, ти. Бының өсөн 1 литрлы банка, 500 мл йылымыс һыу, 1 аш ҡалағы ҡоро сөпрә, 1 аш ҡалағы шәкәр кәрәк буласаҡ. Туҡландырыу ошолай әҙерләнә: йылымыс һыуҙа ҡоро сөпрәне ебетеп, шәкәр бутайбыҙ. Унан 2 сәғәткә ҡараңғы, йылы урынға ҡуйып торабыҙ.
Әҙер булғас, уны 10 литр һыуға һалып, аҙыраҡ ағас көлө өҫтәп, йәшелсәләргә, ҡыуаҡтарға һибеп сығырға.