– 40 тапҡыр «Йәсин» уҡыу вәжиб, фарыз ғәмәл түгел. Шулай ҙа уҡыһаң, бик яҡшы. «Йәсин»ды бер тапҡыр уҡыһаң да, яҡшы. 10, 40 тапҡыр уҡыһаң да һәйбәт. Уҡыған һайын «Йәсин»дең бәрәкәте ҙур. Шуға күрә диндә 40 «Йәсин» уҡыу юҡ, тип әйтеп булмай.
Үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде, «Йәсин» – Ҡөрьәндең йөрәге. Шуға кешеләр, 40 «Йәсин» тип, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен, ярҙамын өмөт итеп уҡый. Мәрхүмдәргә генә түгел, тереләр өсөн дә уҡыла.
Кемгәлер бағышлап, 40 «Йәсин»де бер көндә үк уҡырға мөмкин. Мәҫәлән, 10 кеше ултыра ла 4 тапҡыр уҡып сыға. Шулай ҙа мөмкин. Көнөнә 1 «Йәсин» генә лә уҡып, 40-ҡа еткерергә лә була. Ысынында уның файҙаһы ныҡ ҙур, иҫ китмәле, – ти ул.
Фото: Т. АМАНОВ.