Бөтә яңылыҡтар

Бик файҙалы 7 эсемлек

1. Һыу. Токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан эшмәкәрлегенә, ҡан тамырҙары һәм быуындарға ыңғай йоғонто яһай. 2. Гранат һуты. Йөрәк һәм ҡан тамырҙарының эшмәкәрлеген нормаға һала, ҡан баҫымын төшөрә, анемиянан бик файҙалы.

Бик файҙалы 7 эсемлек
Бик файҙалы 7 эсемлек

 

  1. Бөтнөктән сәй. Ашҡаҙан һуты бүлеп сығарыуҙа ярҙам итә, тынысландыра, ҡан баҫымын кәметә, йоҡоһоҙлоҡ менән көрәшергә ярҙам итә.
  2. Кефир. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыуы бер кемгә лә сер түгел.
  3. Алма һуты. Бауыр, бөйөр, бәүел ҡыуығы эшмәкәрлегенә һәйбәт йоғонто яһай.
  4. Көртмәленән морс. С витаминының күп булыуы айҡанлы иммунитетты һәйбәт нығыта, температураны төшөрә.
  5. Ромашкалы сәй. Бактерияларға ҡаршы тора, нервыларҙы тынысландыра.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

                                                                                                                                   

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: