Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июля 2024, 04:16

Сөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымынан ярҙам итә

Ул ҡанды ла таҙарта, гемоглобинды күтәрә, холестеринды кәметә. Уның әҙерләү рецебын сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Сөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымынан ярҙам итәСөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымынан ярҙам итә
Сөгөлдөр кеүәҫе юғары ҡан баҫымынан ярҙам итә

Был  кеүәҫте  әҙерләү өсөн сөгөлдөрҙө  таҙартып, йыуығыҙ, һалам итеп турағыҙ.

Өс литрлы банканың өстән бер өлөшөн сөгөлдөр менән тултырып, бүлмә температураһындағы һыу ҡойоғоҙ. Унан арыш икмәге киҫәге һәм бер аш ҡалағы шәкәр өҫтәргә. Артабан банканың башын марля менән ҡаплап, ҡараңғы урынға ҡуйырға. Ваҡыт-ваҡыты менән банканан күбекте алып ташларға ла онотмағыҙ.

Сей сөгөлдөр тәме юғалып, кеүәҫ  үтә күренмәле ҡуйы  ҡыҙыл төҫкә  әйләнгәс, ул әҙер була. Әҙер кеүәҫте шешәләргә һалып, һалҡын урында һаҡларға.

Нисек эсергә?

Юғары ҡан баҫымынан сөгөлдөр кеүәҫен йылы килеш ярты стакан,  ашар алдынан ярты сәғәт ҡалғас,  көнөнә өс тапҡыр эсергә. Уны эсеү курсы – ике ай.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас