Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июль 2024, 17:30

Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа аҡ балсыҡ ашарға яратыусылар бармы?

Диетолог, гастроэнтеролог Альбина Давыдова әйтеүенсә, баҡһаң, организмында кальций, магний етмәүселәр аҡ балсыҡ ашай икән.

Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа аҡ балсыҡ ашарға яратыусылар бармы?Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа аҡ балсыҡ ашарға яратыусылар бармы?
Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа аҡ балсыҡ ашарға яратыусылар бармы?

Уны ашамаҫ өсөн кальций булған аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, бик ҡуйы булмаған һөт һәм һөт ризыҡтарына.

— Һөттөң ҡуйылығы 2,5 проценттан артмауы яҡшыраҡ. Эремсек, сыр, ряженка һәм һөҙмәне лә туҡланыу рационына индерегеҙ. Балыҡ консерваларындағы кальций еңел үҙләштерелә. Йомортҡала кальций күп, — ти диетолог.

 

 

АВТОР фотоһы. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас