Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июля 2024, 11:08

«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»

Республикабыҙҙа Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылыуы - тарихи ваҡиға.

«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»

Бөгөн Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 

«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Мин барығыҙҙы ла ҡунаҡсыл Башҡортостанда сәләмләйем. Беҙ бөгөн яңы, республика өсөн мөһим объект — Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асабыҙ. Был оло фәнни проекттың башы ғына. Беҙҙең комплекс Рәсәйҙә күсмә цивилизацияларҙы өйрәнеү буйынса иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәк буласаҡ. 

Борон беҙҙең ата-бабаларыбыҙ күсеп йөрөгән һәм Евразия биләмәһендәге күскенсе ҡәбиләләрҙең ҙур берләшмәһенә ингән. Бөгөн беҙҙең илдә күсмә цивилизацияларҙың ҙур биләмәһе урынлашҡан. Урта быуаттарҙан ҡалған Хөсәйенбәк, Турахан һәм башҡа бәләкәй кәшәнәләр, боронғо Шүлгәнташ. 

Әле беҙ торған урын Алтын Урҙа дәүеренән күсмә цивилизациялар үҙәге булған. Ошо урындан Иҙел Болғарынан Кама үҙәндәренә, Урта Азияға һәм Себергә сауҙа юлы үткән. Тап ошо биләмәләр башҡорт ырыуҙарының берләшеү урынына әйләнгән. Беҙҙең комплексҡа күсмә халыҡтарҙың күсеп йөрөү идеяһы һалынған. Икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрҙе үткән саҡта халыҡтарҙы берләштереүҙә һәм Евразия биләмәләрен үҙләштереүҙә айырым тарихи роль уйнаған.

Былтыр Өфөгә Осман Ҡөрьәненең берҙән-бер күсермәһе килтерелде. Ул Ташкентта музейҙа һаҡланған, хәҙер ошонда алып килдек. Шулай уҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейында художестволы картиналар галереяһы булдырылды. Беҙ йолаларыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтергә тырыштыҡ. Ошонда башҡорт аты үҙәге, мәҙәни-мәғрифәт объекттары урынлашасаҡ. Был урын туристарҙы йәлеп итер тип уйлайым», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

РФ Федерация Советы ағзаһы Башҡортостан халҡын музей комплексы асылыу уңайынан тәбрикләне. Ул, Евразия күсмә цивилизациялар музейы бөтә ил туристарын йәлеп итәсәк, тип белдерҙе. Лилиә Ғүмәрова шулай Радий Хәбировҡа «Башҡорт шәле»нә патент тапшырҙы. 

 
 
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
«Киләсәккә ныҡлы нигеҙ ташы һалынды»
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас