Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июль 2024, 14:30

Ике әтәс ҡанға батҡан,тауыҡтарға талашып

Кискә ҡарай әкиәт уҡып алағыҙ. Дауамы сайтта. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ике әтәс ҡанға батҡан,тауыҡтарға талашыпИке әтәс ҡанға батҡан,тауыҡтарға талашып
Ике әтәс ҡанға батҡан,тауыҡтарға талашып

ӘТӘСТӘР
(әкиәт)
Ике әтәс ҡанға батҡан,
Тауыҡтарға талашып.
Татыулашмай һис күршеләр,
Көн итмәйҙәр ярашып.
Күптән барған был боланы
Ҡояш күктән күҙәтә:
«Оло һүҙен һүҙ итмәйҙәр,
Инде бына йөҙ әйтә!»
Асыуланып ҡойроҡтарын
Ҡояш алды үҙенә,
Йәйғор итеп элеп ҡуйҙы,
Эй, килеште күгенә.
Оялыштан ике әтәс
Оянан сыҡмаҫ булды.
«Кик-ри-күк!» – тип ҡысҡырмағас,
Көндәр ҙә моңһоу уҙҙы.
Тауыҡтар ҙа ҡытҡылдамай,
Әтәстәрен юғалтып,
Ҡайһылары сығып китте,
Сит яҡтарға юл алып.
Йомортҡа ла һалмаҫ булды,
Баҫманылар себеш тә.
Әтәстәрһеҙ бойоҡтолар,
Башҡармайҙар бер эш тә.
Берҙән-бер көн ике әтәс
Эшһеҙлектән биҙҙеләр,
Бынан ары дуҫ булырға
Килешеп ҡул бирҙеләр.
Хупланы ла әтәстәрҙе,
Ҡояш әйтте хәбәрен:
«Кергәс аҡыл ҡойроҡтарҙы
Бирергә лә мин әҙер!»
Ике күрше татыу булып
Йәшәргә һүҙ ҡуйышып,
Үткәрҙеләр ҙур йыйылыш,
Бергәләшеп уйлашып.
Ҡойроҡтарын таҡтылар ҙа,
Ҡупшылап таранылар.
Борғо алып ҡулдарына,
Дәртле көй тараттылар.
Йыйылышты тауыҡтары,
Йырланылар: «Ҡыт-ҡыт-ҡыт!
Әтәстәре дуҫлашҡастар –
Илгә килер ҡот-ҡот-ҡот!
Күрше хаҡы – тәңре хаҡы,
Был мәҡәлдең аҫылы.
Хәл белешеп татыу йәшәү –
Боронғолар аҡылы!»
Ошо көндән ике әтәс
Йәшәй гелән бик татыу,
Йыш ҡунаҡҡа йөрөшәләр,
Ярамай, тип, тик ятыу.
Тауыҡтары дәртләнделәр
Бергә-бергә йәшәгәс,
Күп эштәргә өлгөрҙөләр
Кәңәшләшеп эшләгәс.


Нәсимә Ғайсина.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас