*Ҡояштан һаҡланыу саралары ҡулланығыҙ һәм эҫе теймәһен өсөн баш кейемен һалмағыҙ.
* Күберәк йәшелсә, емеш-еләк, әсе һөт ризыҡтары һәм балыҡ ашағыҙ. Майлы аҙыҡты сикләгеҙ.
*Һауа температураһы юғары булғанда әүҙем спорттан баш тартығыҙ. Физкультура менән бина эсендә генә шөғөлләнегеҙ.
* Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән интегәһегеҙ икән, хәлегеҙҙе етди контролдә тотоу һәм табиптың кәңәштәрен үтәү мөһим.
*Әгәр ауыртыу билдәләре йәки һаулығығыҙҙа үҙгәрештәр һиҙһәгеҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреү — тулы ҡанлы тормош алып барыу нигеҙе!
Фото: Т. АМАНОВ.