Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2024, 09:30

Афарин, Айһылыу!

Гәзитебеҙ дуҫы, Өфө районының Жуков мәктәбе уҡытыусыһы Айһылыу Байдәүләтованы яңы вазифаһы менән ҡотлайбыҙ!

Афарин, Айһылыу!Афарин, Айһылыу!
Афарин, Айһылыу!

Гәзитебеҙ дуҫы, Өфө ҡалаһы буйынса «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе Айһылыу Байдәүләтова С. Ильин исемендәге Жуков мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнде. 

Айһылыу Юныс ҡыҙына ни бары 30 йәш, әммә тәжрибәле, маҡсатҡа ынтылышлы юғары әҙерлекле белгес булыуы менән һоҡландыра. Уның уҡыусылары республика, кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулай. Бынан тыш, педагог башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар булдыра, балаларҙы уҡытыуға ғына түгел, тәрбиәләүгә күп көс һала. Ҡыҫҡаһы, афарин! Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас