Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2024, 09:00

Яңы Сүрәкәйҙе һыу баҫҡан

Башҡортостанда тау йылғаларында һыу ике метрға күтәрелгән, тип хәбәр иттеләр оператив кәңәшмәлә.

Яңы Сүрәкәйҙе һыу баҫҡанЯңы Сүрәкәйҙе һыу баҫҡан
Яңы Сүрәкәйҙе һыу баҫҡан

Салауат районының Яңы Сүрәкәй ауылын һыу баҫҡан, көслө ямғырҙар арҡаһында Йүрүҙән йылғаһының кимәле ике метрҙан ашыуға күтәрелгән.

- Башҡортостанда тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе күҙәтелә. Инйәр йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе 1,8 метрҙан ашыу, ә Йүрүҙәндә 2 метрҙан ашыу тәшкил итте, - тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил, Салауат һәм Белорет райондары башлыҡтарына иғтибарлы булырға ҡушты.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас