Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июль 2024, 11:00

Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!

Райондарҙа башлыса ер еләген биш литрлыҡ биҙрә менән 1500 һумға һаталар. Өфөлә «Авито» сауҙа сервисында мең һумға тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Ә һеҙҙә ер еләгенең хаҡы күпме? 

Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!
Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!

Башҡортостанда еләкле миҙгел дауам итә. Халыҡ ялан-ҡырҙарҙа кинәнеп еләк йыя. Ни тиһәң дә, быйыл йәй ямғырлы килде, уңыш шәп. 

Ә еләктең хаҡы күпме? Ике аҙна самаһы элек Нуриман районында биш литрлыҡ биҙрәләге ер еләгенең хаҡы 1700 һум ине. Әле 1500 һумға тиклем төштө. Ошондай уҡ хаҡҡа Ауырғазы, Әлшәй, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Белорет райондарында алырға мөмкин, социаль селтәрҙә иғландар күп. Ә Өфөлә «Авито» сауҙа сервисында ер еләген мең һумға (биш литр) тәҡдим итәләр. 

Ҡайын еләге һатыусылар ҙа күп кенә, Өфөлә бер литрлыҡ биҙрә менән 1000 һумға һаталар. Мишкәлә «Авито» сауҙа сервисында 1300 һумға (бер литры) тәҡдим итәләр. Райондарҙа 650-700 һумға ла алырға мөмкин. 

Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!
Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!
Иң осһоҙ еләк - Өфөлә!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас