– Йәштәр үҙ һәләтен үҫтерә алырлыҡ майҙансыҡтар кәрәк. “Йәштәр өсөн төбәк» федераль программаһы тап шуға йүнәлтелгән. Башҡортостан был проектҡа ярашлы йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урынды алды. Уның ярҙамында Өфөлә, Нефтекамала һәм Учалыла заманса йәштәр үҙәктәре булдырыла. Республикала 2023 йылда старт алған «Йәшлек-төбәк» программаһы ярҙамында Күмертауҙа һәм Краснокама районында йәштәр менән эшләүсе учреждениелар тәртипкә килтерелә һәм яңыртыла. Башҡортостандың йәш белгестәренә һәм ғалимдарына стажировкаларҙы финанслау һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы ярҙам итә, - ти ул.
Фото: Т. АМАНОВ.