Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июня 2024, 14:00

Ниндәй аҙыҡ-түлек ҡанды шыйыҡлата?

Был аҙыҡ-түлек туҡланыу рационына индерергә тәҡдим ителә.

Ниндәй аҙыҡ-түлек ҡанды шыйыҡлата?Ниндәй аҙыҡ-түлек ҡанды шыйыҡлата?
Ниндәй аҙыҡ-түлек ҡанды шыйыҡлата?

 

  1. Диңгеҙ кәбеҫтәһе. Тәбиғи антикоагулянттар. Ҡандың йәбешкәклеген кәметергә һәләтле.
  2. Һарымһаҡ. Унда фитонцидтар бар. Ҡандың йәбешкәклеген бөтөрөү генә түгел, ә төрлө токсиндарҙы зарарһыҙландырырға ярҙам итә. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын һауыҡтыра.
  3. Куркума. Ҡанды шыйыҡландыра һәм таҙарта.
  4. Зәйтүн майы. Уның составында антиоксидант матдәләр булыуы арҡаһында тромбоциттарҙың әүҙемлеген кәметә.
  5. Горчица. Уның составында Омега 3 һәм б6 витамины булыуы ҡандың йәбешкәклеген кәметә, ҡан тамырҙарын таҙарта һәм нығыта.
  6. Майлы балыҡ. Омега 3 ярҙамында күҙәнәктәр араһындағы алмашыу функцияларын яҡшырта.
  7.  Имбирь. Ҡан әйләнешен нормаға һала, ҡан баҫымын кәметә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас