Һынауҙар Мәләүез индустриаль колледжында үтте. Ойоштороу майҙансығы тип, тап ошо һөнәри уҡыу йорто һайланыуы юҡҡа түгел. Тап бында ошо һөнәр эйәләре әҙерләнә. Әлеге ваҡытта яңы уҡыу йылына документтар ҡабул ителә башлаған да инде.
Конкурста барлығы 142 торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәре ике турҙа ярышты: тәүгеһендә улар теоретик белемен күрһәтһә, икенсеһендә уларҙың оҫталығы тикшерелде.
Шулай итеп, кемдәр еңеүсе булдымы?
«Иң яҡшы слесарь-сантехник» номинацияһында Ҡалтасы районынан Андрей Чичканова I урын яуланы.
«Иң яҡшы котель ҡоролмаһын йүнәтеү слесарҙары» номинацияһында Мәләүездән Константин Щербаков - еңеүсе.
«Иң яҡшы электрик» номинацияһында Стәрлетамаҡтан Павел Розлач I урын алды.
«Иң яҡшы электр-газ иретеп йәбештереүсеһе» номинацияһында Мәләүездән Раян Иҫәнғолов – беренсе урында.
«Иң яҡшы урам һепереүсеһе» номинацияһында Өфөнән Татьяна Кузнецова I урын яуланы.
«Иң яҡшы тракторсы» номинацияһында Күмертауҙан Рауил Ҡаҙаҡбаев еңеүсе булды.
Бүләкләү тантанаһында конкурсанттар «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы», «Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында династияны дауам итеү», «Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә иң күп хеҙмәт стажы булған ҡатнашыусы» номинацияларында ла бүләкләнде. Благовещен ҡалаһы хеҙмәткәрҙәре «Иң яҡшы команда» номинацияһында еңеү яулап, киләһе йылда бәйгене ошо ҡалала үткәреү хәл ителде.
Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар, аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
АВТОР фотолары.