Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2024, 02:30

Сәскәләр буйынса ваҡытты ла билдәләргә була

Күп сәскәләр бер үк ваҡытта йоҡларға ята, билдәле ваҡытта уяна. Мәҫәлән, гөлйемеш иртәнге 5-тә күҙҙәрен аса.  

Сәскәләр буйынса ваҡытты ла билдәләргә булаСәскәләр буйынса ваҡытты ла билдәләргә була
Сәскәләр буйынса ваҡытты ла билдәләргә була

Иртәнге 6-ла - ҡыңғырау сәскәһе, бәпембә, 8-ҙә бәрхәт сәскәһе уяна. Әгәр ҙә мәк менән бәпембә сәскәһе ябылһа, урамда - көндөҙгө сәғәт 3. Гөлйемеш йоҡлаһа, тышта - киске 8. Юҡҡа ғына Швейцарияла сәскә сәғәттәре уйлап табылмаған. Түңәрәкте секторҙарға бүлеп, һәр секторға билдәле ваҡытта асылған һәм ябылған сәскәләр ултыртылған. Был сәғәт буйынса теүәл ваҡытты белеп булған. Тик бер етешһеҙлеге булған, болотло көн булғанда сәғәт эшләмәгән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас