Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июня 2024, 09:00

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы - Узбәкстанда!

Ошо көндәрҙә Ташкент ҡалаһында, Бөтә донъя йәштәр фестиваленә ярашлы, Шаяндар һәм отҡорҙар Дуҫтар кубогы үтә. Башҡортостан данын Башҡорт асыҡ лигаһы йыйылма командаһы яҡлай!  

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы - Узбәкстанда!Башҡорт асыҡ КВН лигаһы - Узбәкстанда!
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы - Узбәкстанда!

Шаяндар һәм отҡорҙар Дуҫтар кубогы Йәштәр йылына арналған. 

– Беҙҙең оло маҡсат - башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү, һәм был эштә - беҙ беренсе урында. Беҙҙең төрлө өлкәләрҙә һәм илдәрҙә КВН сараларында ҡатнашыуыбыҙҙы халыҡ белә. Мәҫәлән, 2016 йылда Ҡаҙағстанда ҡатнашып ҡайттыҡ, ә хәҙер инде беҙ халҡыбыҙҙы күрһәтергә Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһына саҡырылдыҡ, - ти Урал Кәримов.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас