Быйыл Ҡурған өлкәһенең һабантуйы Шадринск районында урман янғындары арҡаһында ер йөҙөнән юйылған Юлдус ауылында үткән.
Сарала Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Дыуан районы башлығы Фаил Мөхәмәҙиев, Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин ҡатнашҡан. Унда ҡул һәм билбау көрәше, суҡмар ырғытыу, яндан уҡ атыу буйыннса ярыштар, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған. Байрамды Сибай филармонияһы артистарының сығыштары биҙәгән.
- Былтыр бында урман янғындары арҡаһында фажиғә булғайны, йөҙләгән кеше өйһөҙ ҡалды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар ҙа булды. Бөтә ил менән ауылды тергеҙгәнгә бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Тормош дауам итә һәм өлкә һабантуйы тап рух ныҡлығын күрһәткән ошо ауылда үтте. Башҡортостандың миссияһы изге — ауыр минутта халыҡҡа ярҙам күрһәтеү, - тип хәбәр итә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.