Семинарҙа ҡатнашыусы 70-тән ашыу кеше өсөн, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм 2024 йылда социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарының икенсе конкурсы үҙенсәлеген иҫәпкә алып, махсус программа әҙерләнгән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттар фондының генераль директорының беренсе урынбаҫары Александр Онищенко уҡытыу семинарында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был конкурста ҡатнашыу талаптары хаҡында һөйләне.
– Мини-грантҡа ғаризалар 11 июлгә тиклем дауам итәсәк. Быйыл уны икенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – яңы йәки грант алыу тәжрибәһе булмаған ойошмаларға грант алыу мөмкинлеге биреү. Конкурстың критерийҙары – грантты тормошҡа ашырыу тәжрибәһе булыуы. Ә тәжрибә юҡ, еңә алмайҙар. Ул тәжрибәне ҡайҙан алырға һуң? Ошоно уйлап, былтыр уҡытыу семинары ойошторорға кәрәк, тигән идея барлыҡҡа килде, – тине ул.
Етәксе урынбаҫары Юлиә Косарева һәм белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлегенең баш белгесе Диана Иҫәнғолова социаль проектлауҙың нигеҙе, конкурсҡа ғариза әҙерләү һәм тултырыуҙың төп мәлдәре, ҡатнашыу талаптары менәе таныштырҙы. Проект сметаһын төҙөү буйынса һорауҙар бик күп яңғыраны. Финанс-иҡтисад бүлеге етәксеһе - фондтың баш бухгалтеры Екатерина Әхмәтғәлиева сығымдарға айырым иғтибар биреп, проект бюджетын әҙерләү буйынса кәңәш бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грантта еңмәгән республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән гранттарының икенсе конкурсында ҡатнашып, 500 мең һумға тиклем аҡса алыу хоҡуғына эйә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Конкурстар» бүлегендә 102.рф башлығы гранттары сайтында танышырға мөмкин.
АВТОР фотолары.