Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2024, 07:30

Фән докторының улы бит ул!

Биология фәндәре докторы Илгиз Һөйөндөковтың улы Фәнис ике фәндән 100 балл йыйған. 

Фән докторының улы бит ул!Фән докторының улы бит ул!
Фән докторының улы бит ул!

Р. Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының 11-се класы уҡыусыһы Фәнис Һөйөндөков профилле математика һәм физика буйынса дөйөм 200 балл йыйған.

Быға тиклем егет М.В. Ломоносов исемендәге МДУ үткәргән физика буйынса олимпиадала максималь 100 балл йыйып, еңеүсе улып танылған.

Фәнис Һөйөндөков спорт менән дә шөғөлләнә, ул - өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидат. 

- Ниһайәт, тын алырға һәм башҡа дәрестәргә күсергә мөмкин. Йәйгеһен водитель таныҡлығын алырға, туғандарым менән тәбиғәттә ял итергә өлгөрөргә теләйем, әле ғаиләбеҙ менән Талҡаҫ күленә йыйынабыҙ. Ә бер аҙҙан үҙ аллы студент тормошона әҙерләнә башлайым. Мәскәү физика-техник институтына уҡырға инергә ниәтләйем, - ти Фәнис.

Афарин!

Фән докторының улы бит ул!
Фән докторының улы бит ул!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас