Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2024, 14:30

Эш эҙләһәң...

28 июндә «ПРОФФест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты» тигән йәрминкә үтәсәк. Бында 655 эш биреүсе 9 меңгә яҡын вакансия тәҡдим итәсәк.  

Эш эҙләһәң...Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...

Был - Башҡортостан Республикаһының бөтә ҡала һәм райондарында үтәсәк бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһенең федераль этабы.


Йәрминкәлә ҡатнашыусыларға иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә лә – дөйөм туҡланыуҙан алып IT-ға тиклем эш тәҡдим ителәсәк.

Өфөлә «ПРОФФест» Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт адресы буйынса «Торатау» конгресс-холында үтә. Сара сәғәт 10:00-да башлана.

Республика буйынса йәрминкәнең ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе хаҡында мәғлүмәт күрһәтелгән һылтанма буйынса — https://vk.cc/cxKvNJ.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас