Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июня 2024, 08:30

«Атай, әсәй мин – музыкаль ғаилә!»

Ғаилә йылына арналған республика конкурсының финалы үтә.

«Атай, әсәй мин – музыкаль ғаилә!»«Атай, әсәй мин – музыкаль ғаилә!»
«Атай, әсәй мин – музыкаль ғаилә!»

Өфөлә «Атай, әсәй мин – музыкаль ғаилә!» конкурсының финалы үтә. Бәйге быйылғы Ғаилә йылына арнала һәм ғаилә ҡиммәттәре әһәмиәтен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Конкурс финалында ҡатнашыусылар йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауға һәләттәрен күрһәтәсәк, фольклор һәм сәсәнлек сәнғәтен сағылдырасаҡ. 

Ярышта Өфөнән Алсыновтар, Топычкановтар һәм Юлбирҙиндар, Туймазынан Әхмәтйәновтар, Балтастан Ғәлләмовтар, Мишкәнән Сәғәҙиевтар, Хәмитовтар, Салауаттан Сәйетғәлиндар, Стәрлетамаҡтан Татлыбаевтар, Илештән Төхвәтуллиндар, Архангелдән Өмөтбаевтар, Баймаҡтан Хәсәновтар һынау тотасаҡ.

Сара 14:00 сәғәттә башлана. Инеү бушлай. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас