Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2024, 18:30

Мишкә районына экологик һәләкәт янаймы?

«Башҡортса фактчекинг» каналы республикала таралған ялған хәбәрҙәр менән көрәшә. 

Мишкә районына экологик һәләкәт янаймы?Мишкә районына экологик һәләкәт янаймы?
Мишкә районына экологик һәләкәт янаймы?

Башҡортса фактчекинг: мәғлүмәттәр, Мишкә ауылындағы сүп-сар полигоны хаҡында хәбәрҙәр ялған

"Бәйләнештә" селтәрендә төрлө төркөмдә Мишкә ауылындағы сүп-сар полигоны хаҡында хәбәрҙәр тарала. Унда әйтелеүенсә, полигон янғын хәүефе менән янай һәм районды экологик һәләкәткә илтә.

Ысынында хәл-ваҡиға күпкә ыңғай. Полигон штат режимында эшләй һәм унда барыһы ла яҡшы. Ә билдәһеҙ кешеләр буш урында бола ҡуптарып маташа.

Мишкә ауылындағы полигонға Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел һәм Асҡын райондарынан йыйылған ҡаты ҡалдыҡтар килтерелә – был дөрөҫ. Әммә Бөрө районынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың килтерелеүе – ваҡытлыса сара, сөнки яҡында башҡа объекттар бар. Бөрө ҡалаһындағы полигон «Бирсккомундстрой» ойошмаһына тапшырылған, ул әлегә ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса лицензияға эйә түгел. Шулай уҡ полигонда ҡалдыҡтарҙы күмеүгә тариф билдәләнмәгән.

Роспотребнадзор алған атмосфера һауаһы пробалары һөҙөмтәһендә зарарлы матдәләр күҙәтелмәгән. Аккедитацияланған лабораторияларҙа полигондың тирә-яҡҡа (атмосфера һауаһына, ер аҫтына һыуҙарына һәм тупраҡҡа) йоғонтоһо даими рәүештә тикшерелә. 

Мишкә үҙәк район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 һәм 2023 йылда тын юлдары ауырыуҙары менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелмәгән, яман шеш менән ауырыусылар һаны кәмегән. Мониторинг даими үткәрелә.  

Киләсәктә полигонды киңәйтеү ҡаралмай, киреһенсә, 2026 йыл башында ул сафтан сығарыласаҡ һәм рекультивацияланасаҡ. Ҡалдыҡтарҙы Дүртөйлө районында төҙөләсәк заманса комплексҡа ебәреү планлаштырыла.

Янғындарға килгәндә, 2023 йылда бер тапҡыр янғын сығыу осрағы теркәлгән. Ул шул уҡ көндә һүндерелгән.

Бындай «экологик һәләкәт» хаҡындағы хәбәрҙәр «Экология Мишкино» төркөмөндә билдәһеҙ кешеләр тарафынан таратыла, улар шулай уҡ янғын сығыуы хаҡында ялған мәғлүмәттәр еткерә, тип хәбәр итәләр Мишкә районы хакимиәтенән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас