Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2024, 16:09

«Өфө бер аҙ йөҙөп алды»

Хөкүмәт кәңәшмәһендә яңғыраған иң төп фекерҙәр.

«Өфө бер аҙ йөҙөп алды»«Өфө бер аҙ йөҙөп алды»
«Өфө бер аҙ йөҙөп алды»

Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәне Ҡырымда һәм Дағстанда теракт мәлендә һәләк булыусылар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланы. 

Башҡортостан Башлығы кадет мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыһы — махсус тәғәйенләнештәге төркөм инструкторы, 45-се бригада һалдаты Владислав Ухальды Шайморатов генерал ордены менән наградаланы.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл сығарылыш класс уҡыусылары БДИ-ла тағы ла юғарырыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Был уҡытыу сифатын, инфраструктураны яҡшыртыу һәм мәктәптәрҙе яңыртыуға бәйле, тине республика етәксеһе.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Хәбировтан ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ярҙам һораны.

«Сибай – Аҡъяр юлы менән булған кеүек булмаһын: аҡса бар ине, юл төҙөлөшөн башланылар, ә һуңынан туҡтап ҡалдылар»: Хәбиров юлдарҙы сифатлы һәм ваҡытында ремонтларға ҡушты.

Хәбиров хакимиәттәргә һәм район башлыҡтарына МХО-ла ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә ҡушты. 

«Өфө бер аҙ йөҙөп алды»: Радий Хәбиров Ратмир Мәүлиевҡа ике тәүлек эсендә дауыл эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы БРИКС - 2024 уйындары еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотланы. Беҙҙең спортсылар 20 миҙал яуланы: 12 алтын, ете көмөш һәм бер бронза миҙал.

Хәбиров республика делегацияһының Беларусь республикаһына юлланырға йыйыныуын белдерҙе.

Республика етәксеһе Октябрьский ҡалаһындағы бассейн төҙөлөшөнә старт бирҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостанда аварияларҙа һәләк булыусылар һаны артыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 1214 авария теркәлгән, уларҙа 1480 граждан зыян күргән.

Башҡортостан Башлығы РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренковҡа Башҡортостанда янғынға ҡаршы вертолеттар эскадрильяһы булдырырға ҡушты.

Был аҙнала «Сәләмәтле поезы» 9 районға бара: Благовар, Краснокама, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Дыуан, Мәсетле, Йәрмәкәй, Әбйәлил, Бөрйән райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында. 15 апрелдән алып табиптар 77 мең кешене ҡараған.

Йыл аҙағына тиклем балалар баҡсаларында эшләгән тағы ла 25 йәш белгес грант аласаҡ. Уҙған аҙнала 500 мең һумлыҡ грантҡа 50 педагог эйә булды. Хәбиров олимпиадаларҙа еңеүселәргә һәм уларҙың тренерҙарына стипендия хаҡын арттырырға ҡушты.

Августа капиталь ремонттан һуң Октябрьский музыкаль колледжы асыласаҡ. Башлыҡ белем усағын асыу тантанаһында шәхсән ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас