Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Июнь 2024, 08:50

Әбйәлил районы башлығы ярҙам һорай

Һуңғы ике-өс аҙна был районды көслө ҡойондар һәм ҡойма ямғырҙар һынай.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Үткән шәмбе Йәнгел ауылында дауыл мәктәп ҡыйығын осорҙо, шулай уҡ бер нисә йорт емерелде. Северный ауылында ете йорттоң ҡыйығы һәм ҡоймалары емерелгән. Ә кисә Озерный ауылын һыу баҫты, 76 йорт биләмәһе һәм 2 шәхси йорт һыу аҫтында ҡалды. 

«Быйыл тәбиғәт беҙҙең районды ныҡлыҡҡа һынай. Һуңғы өс аҙнала көслө ҡойон һәм ҡойма ямғырҙар үтте. Дөйөм алғанда, барыһын да йырып сығып  киләбеҙ, ауыр хәлдәр һәм ҡорбандар юҡ. Ошондай осраҡта республика райондарға ярҙам итергә тырыша. Ошо иҫәпкә алып, Радий Фәрит улы, тергеҙеү эштәренә ҙур булмаған ярҙам һорамаҡсымын», - тип мөрәжәғәт итте район башлығы Илдар Нафиҡов.

«Алан Викторович, кәңәшмәнән һуң бәйләнешкә сығығыҙ һәм нимә кәрәклеге хаҡында белешегеҙ. Һуңынан сығанаҡтарҙы билдәләрбеҙ, килештекме? Иң мөһиме, һуҙмағыҙ. Тәбиғәт ғәрәсәте килде лә китте. Ә беҙҙең эш – тергеҙергә», - тине Радий Хәбиров.

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас