Һәр экскурсия ғилми йүнәлештәрҙең береһенә, атап әйткәндә, гуманитар, техник, химик, биология-медицина, IT, физика-математик йүнәлештәренә арналған. Турҙар төбәктең уникаль ғилми-тикшеренеү инфраструктураһы объекттарына – университет лабораторияларынан алып иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларына, фән һәм тикшеренеүҙәр күҙлегенән ҡарағанда, республиканың мөһим туристик урындарына - төбәктең геопарктарына һәм курорттарына эләгергә мөмкинлек бирә.
«Авиценна» беренсе вуз-ара маршруты 26 июндә старт ала. Ҡатнашыусылар Евразия фәнни-тикшернеү үҙәгенең вуз-ара кампусының, Башҡорт дәүләт медицина университетының, Өфө фән һәм технологиялар университетының «йәшерен» лабораторияларында була ала. Туристар үҙҙәрен ысын табип итеп тоясаҡ, ультратауыш, эндоскопик тикшереү һәм хатта реалистик манекен-симуляторҙарға операция яһай аласаҡ, шулай уҡ ғалимдар менән бергә туҡыма киҫәген быяла препаратҡа әйләндерә аласаҡ. Экскурсияла ҡатнашыусылар заманса дарыуҙар уйлап табыуҙарын, һирәк осрай торған үҫемлектәр менән танышыуҙарын һәм 3D-принтер ярҙамында эшләнгән импланттарға ҡағылыуҙарын күрәсәк.
Фото: Т.Аманов.