Флешмоб Ғаилә йылына арнала. Унда ҡатнашыу өсөн ғаиләгеҙҙе горизонталь рәүештә фото йәки видеоға төшөрөп, «Беҙҙең ғаилә киноға йөрөргә ярата», «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы», «Беҙ сәйәхәт итергә яратабыҙ» һәм башҡа девиздар ҡуйып, фамилияғыҙҙы, йәшәү урынығыҙҙы яҙығыҙ. Мәҫәлән, Айтуғановтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы.
Фото-видеоларҙы media.gkz@yandex.ru почтаһына ебәрегеҙ. Флешмоб ноябргә тиклем барасаҡ. Иң яҡшы эштәр дипломдар менән билдәләнәсәк, фотокүргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.