Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июня 2024, 12:30

Студенттар эшкә юлланды

Республикабыҙҙан «Юл» төҙөлөш отрядының 20 студенты «БАМ»ға  юлланды. Уларҙың барыһы ла – Өфө тимер юл транспорты техникумы студенттары.

Студенттар эшкә  юлландыСтуденттар эшкә  юлланды
Студенттар эшкә юлланды

«БАМ 2.0» — Рәсәйҙең иң ҙур тимер юл проекты. Уға ярашлы, Байкал-Амур магистраленең яңы юлдары, тоннелдәр һәм күперҙәр төҙөлә.

– Беҙҙекеләр икенсе тапҡыр «БАМ 2.0»гә бара. Йәштәребеҙҙең ҙур инфраструктура объекттарында эшләүе һәм үҙ оҫталығын  үҫтереү мөмкинлеге булыуы бик шәп. Әлбиттә, был ауыр эш, унда холоҡ сыныға. Беҙҙекеләргә Рәсәйҙә мөһим тимер юлдарҙың береһен төҙөүҙә уңыштар теләйем!  – ти Рәсәй төҙөлөш отрядының Башҡортостан бүлексәһе командиры Юлия Назарова.

Студенттар уҡыу йылы алдынан, йәй аҙағында ғына ҡайтасаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас