Үткән аҙнала Өфөнөң Менделеев урамындағы бер төҙөлөш майҙанында ҡот осҡос хәл теркәлгәйне. Бишенсе ҡаттан төҙөлөш люлькаһы ҡолап төшөп, өс кеше һәләк булды.
Тағы бер эшсе реанимацияла ауыр хәлдә ине. Бөгөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте күңелһеҙ хәбәр еткерҙе: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртенсе төҙөүсе лә аңына килмәйенсә вафат булған.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.