Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2024, 05:00

18 июнь — Халыҡ-ара пикник көнө

#Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

18 июнь — Халыҡ-ара пикник көнө18 июнь — Халыҡ-ара пикник көнө
18 июнь — Халыҡ-ара пикник көнө

Әйткәндәй, “пикник” һүҙе французсанан килә, 1740 йыл тирәһендә әйләнешкә индерелгән, “ҡапҡылау өсөн тәбиғәткә сығыу” тигәнде аңлата, имеш. Шунан тәбиғәттә ашауҙы инглиздәр эләктереп алған. Улар инде бигерәк күп ризыҡ әҙерләгән, хатта бәлеш бешереп алғандар, ти.

2009 йылда донъялағы иң ҙур пикникты Гиннесс рекордтары китабына теркәгәндәр. Ул Португалияла, Лиссабонда булған хәл.

Сығығыҙ һеҙ тәбиғәткә, сығығыҙ. Ашағыҙ, ял итегеҙ, аралашығыҙ. Тик ризыҡ менән бергә сүп-сарығыҙҙы йыйырға ҡапсыҡ та алып сығырға онотмағыҙ. Артығыҙҙан таҙалыҡ ҡалһын!

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас