Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2024, 18:00

Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай!

Әбйәлил районынан мөмкинлектәре сикләнгән бер туған ағай-эне Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә ауыр ҡайғы.

Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай!Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай!
Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай!

Бөтә республика халҡы Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан мөмкинлектәре сикләнгән Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы өсөн борсолдо. Уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн күптәр үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ағалы-ҡустылыларҙың иң өлкәне Фәиз Ҡунаҡҡолов вафат булған. Был хаҡта тележурналист, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә:

– Ҡунаҡҡоловтарымдың иң өлкәне Фәиз ағай мәрхүм булып ҡалды. Оҙаҡ йылдар инвалид коляскаһында ултырһа ла тормошҡа, кешеләргә һөйөүен юғалтмаған, йыр-моңға ғашиҡ, сабыйҙарса эскерһеҙ, сабыр, ихлас күңелле кеше ине ул. Бөгөн ошо хәбәрҙе ишеткәс тә "Ярай әле өйҙәренә һыу, канализация, газ үткәреп өлгөрҙөк. Ғүмеренең һуңғы йылдарын булһа ла заманса шарттарҙа, уңайлыҡтар менән йәшәп өлгөрҙө" тип ҡыуандым. Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай. Тормош юлында һеҙҙе осратыуыма рәхмәтлемен! Һеҙҙең менән аралашыу миңә донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға, бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға, һәр бер көндөң ҡәҙерен белергә өйрәтте. Рафиҡ менән Рәфискә, Гөлфиәгә сабырлыҡ теләйем.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас