Бөтә яңылыҡтар

Боросто дөрөҫ туҡландырығыҙ

✔Боросҡа үҫкәндә азот кәрәк. Бының өсөн кесерткән йәки үләндәрҙән төнәтмә яһап, һибегеҙ.  

Боросто дөрөҫ туҡландырығыҙ
Боросто дөрөҫ туҡландырығыҙ

✔Борос сәскә атһа, уға фосфор һәм калий кәрәк. Бының өсөн 2 аш ҡалағы балыҡ онон 8 литр һыуға һалып, һибергә.

✔ Калий етмәгән осраҡта көлдән төнәтмә һәйбәт. 10 литр һыуға 150 грамм көл һалып, 1 тәүлек төнәтергә лә һибеп сығырға.

✔Әгәр сәскәләре ҡойолһа, өҫкө япраҡтары бәләкәй булһа, 10 л һыуға 1 балғалаҡ борэ кислотаһы һалып,ашлана.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: