Юлай Хәләф улы Манапов 1948 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1966 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай һәм ошо уҡ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай.
1967 йылдың сентябрь айында Совет Армияһына саҡырыла. 1969 йылдың декабрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта һәм Бөрйән районынының Аҫҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә.
1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында вуздың комсомол комитеты ағзаһы була, секретарҙары Ямалов М. Б. һәм Ғәлимов Б. С. менән бергә эшләй. ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһының Киров район комитеты ағзаһы итеп һайлана. Бер үк ваҡытта үҙенең уҡыу төркөмөндә комсорг була.
1975 йылда, «тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы» һөнәре алып, университетты тамамлай һәм тыуған районына ҡайта.
1975—1976 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡыта, мәктәптә ВЛКСМ комитеты секретары була.
1976 йылда ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының беренсе секретаре итеп һайлана һәм был вазифала 1980 йылдың көҙөнә тиклем эшләй.
1980—1985 йылдарҙа — «Таң» район гәзите мөхәррире.
1985—1989 йылдарҙа — КПСС район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире.
1989—1997 йылдар — Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
1997—2008 йылдарҙа — «Таң» район гәзите мөхәррире, Бөрйән район Советы рәйесе.
2008 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы була.
"Башҡорт Википедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.