Награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Бөгөн, 14 июндә, Өфөлә «Медиайыйын-2023» киң мәғлүмәт саралары форумы үтә. Унда республика медиаберләшмәһенең 100-гә яҡын вәкиле, шулай уҡ федераль ҡунаҡтар, Рәсәй медиаберләшмәһенең башҡа билдәле һәм абруйлы вәкилдәре ҡатнаша. Форумдың тантаналы өлөшө сиктәрендә республика киң мәғлүмәт саралары журналистарына наградалар тапшырылды.
Фото: Т. Аманов