Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июнь 2024, 15:30

Әнүәр Нурғәлиев Басковтың асыуын килтергән

Был егет минекенән дә ҡыйбатлыраҡ пинжәктәр кейә, тигән ул.  

Әнүәр Нурғәлиев Басковтың асыуын килтергәнӘнүәр Нурғәлиев Басковтың асыуын килтергән
Әнүәр Нурғәлиев Басковтың асыуын килтергән

Яҡташыбыҙ, танылған йырсы Әнүәр Нурғәлиев Мәскәүҙә билдәле сәхнә әһелдәренең кисәһендә ҡатнашҡан. Видеояҙмала Басков яҡташыбыҙҙың пинжәгенә төрттөрөп шаярта.  

"Беҙ һәр ваҡыт лифтта осрашабыҙ. Минән матурыраҡ, ҡыйбатлыраҡ пинжәктәр кейгән иҫ киткес артист, йырсы. Үәт, шуныһы асыуҙы килтерә", - тип шаяртҡан Басков Әнүәр Нурғәлиевҡа.

Нурғәлиев та Рәсәй йондоҙо менән һоҡланыуы хаҡында белдергән. Бигерәк ябай һәм үҙенең харизмаһы менән ылыҡтырып торған кеше. Ул бик күп эшләй һәм сәхнәне тота, ти яҡташыбыҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас