Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2024, 12:55

Республикабыҙҙа сәсеү кампанияһы тамамланды

Һыуыҡ, ямғыр булыуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар ҡуйылған бурысын үтәне, бөгөнгә яҙғы сәсеү тамамланды.

Республикабыҙҙа  сәсеү  кампанияһы тамамландыРеспубликабыҙҙа  сәсеү  кампанияһы тамамланды
Республикабыҙҙа сәсеү кампанияһы тамамланды

Әлеге ваҡытҡа  2 млн гектарҙан ашыу ергә сәселгән, шул иҫәптән 1 млн 300 мең гектарҙан ашыу майҙанда – иген һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар.

Иген культураларын сәсеү майҙаны буйынса Хәйбулла (76,4 мең гектар) һәм Баймаҡ (73,3 мең гектар) райондары лидер булып тора, тәүге бишәү иҫәбендә – шулай уҡ Стәрлетамаҡ (58,2 мең га), Илеш (57,4 мең га) һәм Мәләүез (43 мең га) райондары.

Шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙаны 57 мең гектарҙан ашыу тәшкил итә, был планға ҡарағанда 7 мең гектарға күберәк (114%, план 50,7 мең гектар).

Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәренең иң ҙур майҙаны Благовар, Әлшәй, Шишмә, Бүздәк һәм Саҡмағош райондарына тура килә, был райондарҙың өлөшө был культура сәсеүлектәренең дөйөм майҙанының яҡынса 67 процент  тәшкил итә.


 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас