Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июня 2024, 08:27

"Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес"

Республика Башлығы Радий Хәбиров  Башҡортостандың  Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошо буйынса милли рейтингта тәүге өсәүгә инеүен ҙур һәм мөһим ҡаҙаныш тип атаны. Йыллыҡ рейтинг йомғаҡтары Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан ителде.

"Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес""Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес"
"Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес"

– Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы уҙған аҙнаның төп эшлекле, сәйәси ваҡиғаһы булды. Беҙҙең өсөн иң мөһим координаталар системаһы, Ул беҙҙең һөҙөмтәле эшебеҙҙе күрергә мөмкинлек бирә, Әлбиттә, Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында ҡатнашыу – был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бөгөн Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров. - Быйыл беҙ шыма ғына алға барҙыҡ һәм быйыл өс призер иҫәбенә индек. Был һөҙөмтәле  уртаҡ эшебеҙ. Ул беҙгә инвестициялар рәүешендә килгән һандар, аҡса менән раҫлана.

Форумға ярашлы, 26 килешеү төҙөлдө. Инвестицияның дөйөм күләме 100 миллиардтан ашыуҙы тәшкил итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас