

1. Беттән иң ябай ҡотолоу юлы - һабын иретмәһе. Ябай кер, йәшел, дештяр йәки туалет һабынын алырға мөмкин. 300 грамм һабынды ҡырғыстан ҡырып, 10 литр һыуға һалып, болғатырға һәм унан һибергә.
2. Көл төнәтмәһе. 2 стакан ағас көлө, 100 грамм кер һабыны йәки шыйыҡ һабын кәрәк була. Көлгә эҫе һыу ҡойоп, ярты сәғәт ҡайнатырға. Унан 10 литр һыуға һалып, һабын өҫтәргә.
3. Нашатырь спирты бетте тиҙ үлтерә. 10 литр һыуға 100 мл нашатырь спирты, 100 грамм һабын һалып, һибергә.
4. Сода һәм йод. 10 литр һыуға 2 аш ҡалағы сода һәм 1 балғалаҡ йод, 100 мл һабын һалып, һибергә.