Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп китапханаһы, Өфө ҡалаһы Киров районының Ленин урамында урынлашҡан.
Республика милли китапханаһынаң тарихы 1836 йылда Өфөлә Ырымбур губернаһы дворяндары йыйылышы эргәһендә асылған тәүге йәмәғәт китапханаһынан башлана. 1921 йылдың 9 июнендә фондында 17 мең 600-гә яҡын китап булған БАССР Үҙәк фәнни китапханаһы асыла, 1925 йылдан ул БАССР-ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы тип атала башлай. 1933 йылда уға Үҙәк мосолман китапханаһы, ә 1936 йылда М. Горький исемендәге үҙәк китапхана ҡушыла һәм ул «БАССР республика китапханаһы» тип атала башлай.
1960 йылдан китапханаға Надежда Крупская исеме бирелә.
1992 йылдан китап йортоноң рәсми атамаһы «Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһы» итеп үҙгәртелә һәм уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
"Башҡорт Википедияһы".
Юлай Кәримов фотоһы.