Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2024, 09:00

Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...

Уларҙың береһе 22 майҙа уҡ эҙләүгә иғлан ителгән булған. 

Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...
Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...

Бөгөн Өфө янында Ағиҙел йылғаһынан ҡотҡарыусылар бер ҡатындың кәүҙәһен сығарған. Әле уның шәхесе асыҡлана. 

Туймазыла Земснаряд күлендә бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ уның шәхесен асыҡлайҙар. 

Иглин районының Тәкәй ауылында ошондай уҡ ҡыҙғаныс хәл. Бында Эҫем йылғаһынан бер ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Ул 22 майҙа юғалған 1987 йылғы егет булып сыҡҡан. 

«Бөтә һәләк булыусылар ҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылды, тикшереү үткәрелә, ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ», — тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...
Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...
Өс кешене һыуҙан алып сыҡҡандар...
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас