Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июня 2024, 02:30

Йәшелсәләрҙе 9 төрлө туҡландырыу

 Кәбеҫтә өсөн Уны бер миҙгелдә һеркә (9 процентлы уксус) менән 3 тапҡыр туҡландырырға. Бының өсөн 100 мл һеркәгә 10 литр һыу алына. Һуған өсөн 20 литр һыуға 200 грамм сөпрә һалып, 2 сәғәт төнәтергә һәм һибеп сығырға. Оҡшаһа, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, кәрәге тейер.

Йәшелсәләрҙе 9 төрлө туҡландырыуЙәшелсәләрҙе 9 төрлө туҡландырыу
Йәшелсәләрҙе 9 төрлө туҡландырыу

Укроп өсөн

Уны мочевина менән туҡландырырға: 20 литр һыуға 2 аш ҡалағы мочевина алына. Редиска өсөн

10 литр һыуға 300 грамм ағас көлө алына. Кискеһен төбөнә һибергә.

Болғар боросо өсөн

1 литр һыуға 50 грамм сөпрә, ярты стакан шәкәр һалып, 7 көн ултыртып торорға. Унан һуң 10 литр һыуға ошо 1 стакан туҡландырыуҙы һалып, һибергә.

Ҡыяр өсөн

10 литр һыуға 700 грамлыҡ банкаға йыйылған һуған ҡабығын һалып, ҡайнатырға һәм уттан алып, 12-14 сәғәт төнәтергә. Унан һөҙөп алырға. 4 литр һыуға 1 литр төнәтмә һалып, ҡыярҙарға һибергә.

Сөгөлдөр өсөн

Сөгөлдөр көл ярата. Бер миҙгелдә бер нисә тапҡыр көл һибеп сығығыҙ. Ул тәмле булһын тиһәгеҙ, тоҙло һыу менән туҡландырығыҙ. Бер биҙрәгә - бер аш ҡалағы тоҙ.

Кишер өсөн

Кишерҙә себендәр булмаһын өсөн 1 биҙрәгә ҡара ваҡланған борос һалып, һибеп сығырға. Помидор өсөн

10 литр һыуға 20 тамсы йод, 1 литр һөт һалып, һибеп сығырға. Ул һәйбәт үҫергә, микробтарын бөтөргә ярҙам итә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас