Йырсының күптән МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүе мәғлүм. Фирдүс Тямаев үҙе лә алғы һыҙыҡта булып ҡайтты, Донбасста 26-сы отряд менән осрашты.
- Беҙҙең тормош ожмах икәнлеген аңланым. Унда емерек йорттар, юлдар ҙа, социаль объекттар ҙа юҡ. Илебеҙ хәҙер унда йорттар, юлдар төҙөй. Беҙ 2022 йылдан өлөшләтә мобилизацияға тиклем 26-сы отрядҡа ярҙам итә инек, шул һалдаттар менән күрештек. Үҙем дә ҡорал тотоп ҡараным, - тигәйне ул журналистар менән әңгәмәлә.
Йырсы ошо көндәрҙә Баймаҡта биргән концертында райондың геройҙарына бағышлап йырланы.